14:00 (UTC+5), 21 Октября 2022

Туймазы районы гражданын шартлатҡыс матдәләрҙе һәм ҡоралды законһыҙ һаҡлағаны өсөн хөкөм иткәндәр

Фото:Гөлфиә Акулова
Айбулат Ишназаров

Туймазы район-ара суды районда йәшәгән ирҙе “утлы ҡоралдың төп өлөштәрен һәм яу припастарын законһыҙ һаҡлау” һәм “шартлатҡыс матдәләрҙе законһыҙ һаҡлау” статьялары буйынса хөкөм итте.

БР прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, ир ете йыл элек быға рөхсәте булмайынса патрондар, төтөнлө дары һәм «ИЖ-79-8» газ пистолеты һатып алған. Һуңғыһын ул утлы ҡорал итеп үҙгәртеп алған. Быларҙың барыһын да ул гаражда, аҙаҡ ҡуртымға алған фатирҙа һаҡлаған.

Полиция хеҙмәткәрҙәре граждандың үҙе яһаған ҡоралын һәм уға яһауҙарҙы тартып алған. Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен тулы кимәлдә таныған. Әйткәндәй, быға хәтлем дә ул бер нисә тапҡыр кеше мөлкәтенә ҡул һуҙғаны өсөн хөкөм ителгән булған. Суд уны ҡәтғи режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында дүрт йыл һәм алты ай иректән мәхрүм итте, 10 мекң һум кләмендә штраф һалды.

Хөкөм ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-10-21/zhitelya-bashkirii-osudili-za-nezakonnoe-hranenie-vzryvchatyh-veschestv-i-oruzhiya-2997897

Автор: Дарья Субботина

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика