19 октябрҙә РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса идаралығына Өфө районының Михайловка ауылындағы юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында мәғлүм булған. Авария урынына ашығыс хеҙмәттәр барған.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, BMW автомобиле үҙ һыҙатынан хәрәкәт барышында электр тапшырыу линияһы бағанаһына бәрелгән. 37 йәшлек водитель төрлө йәрәхәттәр менән 21-се ҡала клиник дауаханаһына оҙатылған. Юл япмаһына яғыулыҡ түгелмәгән.
Әле ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре аварияға нимә килтергәнен тикшерә. Алдан билдәле булыуынса, водитель машина менән идараны юғалтҡан булған.
https://www.bashinform.ru/news/law/2022-10-19/v-bashkirii-bmw-namotalo-na-stolb-voditel-vyzhil-2994968
Автор:Дарья Субботина