14:48 (UTC+5), 18 Октября 2022

Белорет районы кешеһе рөхсәте булмайынса мышы атып алған

Фото: РФ Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан
Айбулат Ишназаров

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлеге енәйәт эҙләү оператив хеҙмәткәрҙәре 17 октябрҙә Ҡағы ауылында йәшәүсе 54 йәшлек ирҙең өйөнә барған. Улар унда йортто, автомобилде һәм кәртә-ҡураны тикшергәндә енәйәткә ҡағылышлы әйберҙәр тапҡан. Ихатала торған “Нива” багажнигында мышының ярты түшкәһе ятҡан, машина янында ҡапҡан табылған.  Мышының ҡалған өлөшө һәм теркәлмәгән ике көбәкле мылтыҡ мунсала булған. Хоҡуҡ һаҡлаусылар йортта патрондар, балталар һәм һоро төҫлө эҙҙәр менән бысаҡҡа юлыҡҡан. Бар табылдыҡтар тартып алынған.  

Йорт хужаһы белдереүенсә, ул октябрь башында урманда ҡапҡан ҡуйған. Кисә ул мылтыҡ алып тикшерергә сыҡҡан һәм ҡапҡанға мышы эләккәнен асыҡлаған. Ир рөхсәте булмаһа ла, урман ғифритен атҡан, түшкәһен һыҙырып бүлгән, итте алып ҡайтҡан. Хоҡуҡ һаҡлаусылар урманда мышы башын, тиреһен, тояҡтарын һәм 12-се калибрлы ике гильзаны әйберләтә дәлил тип алған.  

Ир ғәйебен таныған. Уға ҡарата РФ Енәйәт кодексының 258-се “Законһыҙ һунар” статьяһына ярашлы енәйәт эше асылған.  

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-10-18/zhitel-bashkirii-nezakonno-zastrelil-losya-2993595

Автор:Дарья Субботина

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика