08:23 (UTC+5), 25 Августа 2022

Республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын үлтергәндәр

Фото: Илеш районы, Vk
Альмира Давлетбаева

25 августа иртән Илеш районы Ҡәҙер ауылында 95 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны үле килеш табылған. «Башинформ» агентлығына үҙ сығанағы хәбәр итеүенсә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, уны социаль хеҙмәткәр тапҡан һәм хоҡуҡ һаҡлаусыларҙы саҡыртҡан. Оло йәштәге ирҙе бысаҡ менән сәнсеп үлтергәндәр.

Һуғыш ветераны районда бик хөрмәтле кеше булған, оҙаҡ йылдар урындағы мәктәптә эшләгән.

Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәтендә был мәғлүмәтте раҫланылар.

«Илеш районы прокуроры Салауат Шәмсетдинов енәйәт урынында», — тип хәбәр итте күҙәтеү ведомствоһы вәкиле Регина Батталова.

Район хакимиәте етәкселеге лә был турала белә, ләкин «ведомстволарҙың рәсми мәғлүмәтендә барыһы ла бар инде» тиеү менән сикләнеп, фажиғәле хәлгә аңлатма бирмәне.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-08-25/v-bashkirii-ubili-veterana-velikoy-otechestvennoy-voyny-2922203

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика