Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.98
0
94.58
0
61.29
+0.23
8+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
29 Июль 2022, 12:33

Стәрлетамаҡ — Салауат трассаһында теркәлгән юл фажиғәһендә дүрт кеше имгәнгән

Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығы
Фото:Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығы

Стәрлетамаҡ — Салауат трассаһының 24-се саҡрымындағы юл-транспорт ваҡиғаһында дүрт кеше төрлө йәрәхәттәр алған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Эске эштәр министрлығынан.

Volkswagen Polo автомобиле, Ford Transit автобусы һәм Toyota Corolla ҡатнашлығындағы авария бөгөн иртәнге сәғәт 8 тирәһендә булған. Бәрелешкәндән һуң автобустың өс пассажиры, шулай уҡ «Поло» водителе дауаханаға оҙатылған.

Хәҙер урында ЮХХДИ һәм башҡа хеҙмәттәрҙең хеҙмәткәрҙәре эшләй, улар юл фажиғәһенең сәбәптәрен асыҡлай.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-07-29/v-massovom-dtp-na-trasse-sterlitamak-salavat-postradali-chetyre-cheloveka-2889989

Читайте нас: