Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.65
+0.24
92.68
-0.07
68.77
-0.34
18+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
29 Июль 2022, 10:36

Күгәрсен районында автомобиль Эйек йылғаһына ҡолаған — водитель иҫән, пассажир вафат

Кисә Система-112 Саҡырыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә Күгәрсен районы Новопетровское ауылында Volkswagen Polo автомобиле водителенең идара итеү һәләтен юғалтып, Эйек йылғаһына ҡолап төшкәнен хәбәр иткәндәр.

Юл-транспорт ваҡиғаһында 1960 йылғы пассажирҙың ғүмере өҙөлгән. Водитель йөҙөп сыға алған.

Ваҡиға урынында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре, медиктар һәм полицейскийҙар эшләгән.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-07-28/v-kugarchinskom-rayone-avtomobil-upal-v-reku-ik-voditel-vyplyl-passazhir-pogib-2889838

Читайте нас: