4 июлдән 5-енә ҡарай төндә Белоретта пассажир алып китеп барған такси ауған.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, «Лада Веста» водителе идара итеү һәләтен юғалтып, юл ситенә осҡан.
Аварияла имгәнгән таксист һәм уның клиенты дауаханаға оҙатылған.