Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
60.45
+0.07
61.7
+0.15
98.41
+1.01
26+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
29 Июнь , 16:11

Өфөлә туғандары сәйер шарттарҙа юғалған 18 йәшлек ҡыҙҙы эҙләй

Туғандары ебәргән фото
Фото:Туғандары ебәргән фото

Өфөлә туғандары хәбәрһеҙ юғалған 18 йәшлек Наталья Овсянникованы эҙләй. «Башинформ» агентлығына уның ике туған ағаһы Олег һөйләүенсә, ҡыҙ 26 июндә кискеһен Черниковка биҫтәһендә әхирәте менән осрашырға тейеш булған, әммә бөгөнгәсә Натальяның ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ.

«Ул кискә ҡарай кейенеп-яһанып әхирәтенә киткән. Ләкин улар осрашмаған. Беҙ ошо ҡыҙҙы таптыҡ — һеңлемдең ҡайҙа икәнлеген белмәй. Уны дуҫтарыбыҙ, таныштарыбыҙ аша эҙләйбеҙ, социаль селтәрҙә яҙып сыҡтыҡ. Полицияға һәм ирекмәндәргә мөрәжәғәт итмәнек, сөнки үҙебеҙ табырбыҙ тип ышанабыҙ», — тине Олег.

Уның әйтеүенсә, Наталья бер нисә көн элек социаль селтәргә инеп сыҡҡан.

«Ул әсәһенә минең менән барыһы ла яҡшы тип яҙған да йәнә юғалған. Әйткәндәй, ул күңелсәк, аралашыусан ҡыҙ, ғаиләлә низағтар булманы», — ти туғаны.

Ул ҡара толстовка һәм зәңгәр джинсы кейгән. Юғалған ҡыҙҙың ҡайҙа икәнлеген белгәндәрҙең Олег ағаһына 7 914 679 41 23 номеры буйынса шылтыратыуҙарын һорайҙар.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-06-29/v-ufe-rodstvenniki-ischut-propavshuyu-pri-strannyh-obstoyatelstvah-18-letnyuyu-devushku-2857988

Читайте нас в