Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.59
+0.02
100.27
-0.14
85.78
+0.37
1+ °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
22 Июнь 2022, 11:40

Башҡортостанда кейәү менән кәләштең бәхәсе юл фажиғәһенә сәбәпсе булған

Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ идаралығы
Фото:Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ идаралығы

Дәүләкән районында кисә иртән Дәүләкән Бүздәк автомобиль юлының 2-се саҡрымында үлемесле фажиғә булған. Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 27 йәшлек егет идара иткән автомобиль юл ситенә сығып осҡан.

Юл-транспорт ваҡиғаһында 29 йәшлек ҡыҙ алған йәрәхәттәренән һәләк булған. Водитель һүҙҙәренсә, ул һөйгәне менән бәхәсләшеп киткән һәм идара итеү һәләтен юғалтҡан. Йәштәр ай һуңында өйләнешергә йыйынған булған.

Әле юл фажиғәһе буйынса тикшереү бара. Бер нисә экспертиза тәғәйенләнгән.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-06-22/v-bashkirii-ssora-zheniha-i-nevesty-vo-vremya-poezdki-privela-k-smertelnomu-dtp-2850009

Видео:Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ идаралығы
Автор:Дарья Субботина
Читайте нас: