Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.32
+0.25
100.28
+0.34
87.41
-0.01
14+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
3 Март 2022, 10:10

Сочиҙа ер тетрәне

Галина Бахшиева
Фото:Галина Бахшиева

Сочиҙың үҙәгенән 21 саҡрым алыҫлыҡта ер тетрәгән, уның магнитудаһы — 4-5 балл, тип хәбәр итте РИА Новости Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Краснодар крайы буйынса баш идаралығына һылтанма менән.

Шаршамбы социаль селтәрҙәрҙә Сочиҙың бөтә райондарында ер тетрәне тигән мәғлүмәт баҫылып сыҡты. Шаһиттар һөйләүенсә, тәбиғәт күренеше курорттың һәр районында күҙәтелгән.

Ваҡиға урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары ебәрелгән, Рәсәйҙең популяр курортына артыҡ зыян килмәгән.

Быйыл февраль айында Грузияла көслө ер тетрәү булған. Был Әрмәнстанда ла һиҙелгән, бында магнитуда 5 балл тәшкил иткән. Азербайжанда — 3,5 балл.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-03-03/v-sochi-proizoshlo-zemletryasenie-2712782

Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: