Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.5
+0.04
17+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
25 Февраль 2022, 12:04

Республикала «ВИС» менән юл фажиғәһендә «Лада Калина»ның ике пассажиры йәрәхәтләнгән

Башҡортостан Республикаһы буййынса ЮХХДИ
Фото:Башҡортостан Республикаһы буййынса ЮХХДИ

Туймазы районында 24 февралдә көндөҙ Бәләбәй — Николаевка — Туймазы — Баҡалы автомобиль юлының 38-се саҡрымында, Николаевка ауылы янында, юл-транспорт ваҡиғаһында ике ҡатын-ҡыҙ йәрәхәтләнгән.

Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, «Лада Калина» автомобиле рулендәге 50 йәшлек ир М-5 «Урал» яғынан Бәләбәйгә китеп барғанда идара итеү һәләтен юғалтып, ҡаршыға килгән «ВИС» автомобиленә бәрелгән. Рулдә Туймазынан 61 йәшлек ир ултырған.  

Аварияла «Лада» пассажирҙары, 28 һәм 55 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар, йәрәхәттәр менән урындағы дауаханаға оҙатылған.

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-02-25/v-bashkirii-vo-vstrechnom-dtp-s-vis-dve-passazhirki-lady-kaliny-poluchili-travmy-2706149

Читайте нас: