Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.25
-0.19
99.36
-0.21
87.04
-0.15
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
17 Февраль 2022, 11:24

Иглин районында — бер нисә машина ҡатнашлығында авария

Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ
Фото:Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ

Иглин районында юл инспекторҙары юл-транспорт ваҡиғаһын теркәгән. 16 февралдә М-5 трассаһында бер юлы өс автомобиль бәрелешкән. Республика ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, тәүҙә юл ыңғайы китеп барған Renault йөк машинаһы менән Skoda Karoq бәрелешкән. Шунан һуң кроссовер ҡаршы һыҙатҡа сығып, Iveko йөк машинаһына барып төкөлгән.

«Кроссоверҙың 48 йәшлек водителе дауаханаға оҙатылған. Фажиғә буйынса тикшереү эше башланған», — тип хәбәр иттеләр Дәүләт автоинспекцияһынан.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-02-17/v-massovoy-avarii-na-trasse-v-iglinskom-rayone-bashkirii-postradal-voditel-krossovera-2695977

Читайте нас: