Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.39
+0.28
23+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
31 Ғинуар 2022, 11:33

Өфөлә оло йәштәге ханым һәләк булған юл фажиғәһе тураһында тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булды

Өфөлә оло йәштәге ханым һәләк булған юл фажиғәһе тураһында тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булды.

Башҡортостан буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 30 ғинуарҙа көндөҙ Өфөнөң Калинин районындағы Перспектива урамында ВАЗ-2110 руле артындағы 34 йәшлек ир ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм 61 йәшлек ир идара иткән «Renault Duster» менән бәрелешкән.

Аварияла йәрәхәтләнгән еңел автомобиль водителе дауаханаға оҙатылған. Уның 71 йәшлек пассажиры, водителдең әсәһе, ваҡиға урынында йән биргән.

Тикшереү эше башланған.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-01-31/stali-izvestny-podrobnosti-dtp-v-ufe-v-kotorom-pogibla-pozhilaya-zhenschina-2674077

Читайте нас: