Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
88
+0.1
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
27 Ғинуар 2022, 11:05

Республикала ВАЗ-2112 КамАЗ менән бәрелешкән, өс кеше йәрәхәтләнгән

Башҡортостанда ВАЗ-2112 КамАЗ менән бәрелешкән, өс кеше йәрәхәттәр алған. Авария 26 ғинуарҙа көндөҙ Благовар районында Бүздәк — Саҡмағош — Дүртөйлө автомобиль юлының 19-сы саҡрымында теркәлгән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Бүздәк районынан 34 йәшлек ир идара иткән ВАЗ-2112 уҙған саҡта КамАЗ йөк машинаһы менән бәрелешкән.

«Аварияла еңел автомобиль водителе һәм уның пассажирҙары, 59, 33 йәшлек ирҙәр, төрлө дәрәжәләге йәрәхәттәр алған. Юл фажиғәһен тикшереү эше башланған», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ-нан.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-01-27/v-bashkirii-tri-cheloveka-postradali-pri-stolknovenii-vaz-2112-s-kamazom-2669882

Читайте нас: