Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.13
+0.02
18+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
27 Ғинуар 2022, 12:51

Башҡортостанда китеп барған «Нива»ның пассажиры төшөп ҡалып һәләк булған

Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ
Фото:Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ

27 ғинуарҙа Белорет районындағы трассала үлемесле фажиғә теркәлгән. Республика ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, иртән Өфө – Инйәр – Белорет трассаһында «Шевроле Нива» китеп барған. Рулдә – 70 йәшлек ир, пассажир урынында 32 йәшлек ҡатын ултырған.

Бер мәл автомобилдең ишеге асылып киткән дә пассажир осоп төшкән.

«Ҡатын алған йәрәхәттәрҙән ашығыс ярҙам килеп еткәнсе йән биргән», – тип хәбәр итте юл инспекторҙары.

Тәфтиш бүлеге тикшереү эшен башлаған.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-01-27/na-trasse-v-bashkirii-passazhirka-nivy-vypala-iz-avtomobilya-na-hodu-i-pogibla-2670005

Автор:Наталья Овчарук
Читайте нас: