
29 декабрҙә иртән Өфө ҡалаһында 30-лаған мәктәп эвакуацияланған, ләкин уларҙың һаны артыуы ихтимал. «Башинформ»ға билдәле булыуынса, 112 номерына һәм мәктәптәрҙең почтаһына билдәһеҙҙәр шартлатҡыс һалынған тигән хәбәрҙәр ебәрә.
«Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Өфөнөң 3-сө, 5-се, 7-се 9-сы, 11-се, 14-се, 75-се, 22-се, 25-се, 36-сы, 37-се, 38-се, 45-се, 46-сы, 47-се, 75-се, 115-се, 149-сы урта белем биреү мәктәптәренең электрон почтаһына бомба һалыныуы тураһында хәбәр килгән. Баш ҡаланың барлыҡ ашығыс хеҙмәттәре объекттарға юлланған. Объект хакимиәттәре эвакуация ойошторған», - тип хәбәр итте «Башинформ»ға белгән сығанаҡ.
Билдәле булыуынса, 1-се лицей уҡыусыларын күрше балалар баҡсаһына алып киткәндәр. 18-се мәктәптән дә бөтә уҡыусыларҙы сығарғандар - ата-әсәләр балаларын өйөнә алып ҡайтып киткән. 1-се гимназияла ла шундай уҡ хәл. Бөгөн мәктәптәрҙә яңы йыл иртәлектәре булырға тейеш ине.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.