Яңы Уренгой ҡалаһының алыҫта урынлашҡан Коротчаево биҫтәһендәге тимер юл вокзалында үлемесле осраҡ теркәлгән. 22 декабрҙә өс вахтасы реконструкцияға ябылған корпуста тереләй янып үлгән.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар һәләк булғандарҙың шәхестәрен асыҡлаған. «Ямал 1» баҫмаһы хәбәр итеүенсә, улар «Северстройсервис» компанияһының 17, 32 һәм 42 йылғы эшселәре булып сыҡҡан. Икәүһе — Ырымбур өлкәһенән, өсөнсөһө Башҡортостандан килгән.
«Һаҡһыҙлыҡ сәбәпле ике һәм унан да күберәк кешене үлемгә дусар итеү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.