Кисә социаль селтәрҙә Өфө дәүләт авиация техник университетының дөйөм ятағы янында тротуарҙа ҡатын-ҡыҙ мәйете ятыуы тураһында мәғлүмәт баҫылып сыҡты. Бәлки, йөрәге туҡтағандыр, тип хәбәр ителә. Шулай уҡ улының ошо юғары уҡыу йортонда белем алыуы билдәле.
«Башинформ» агентлығы комментарий һорап Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығына мөрәжәғәт итте.
«Енәйәт эҙҙәре юҡ. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ҡатындың хәле насарайған, ул ашығыс медицина ярҙамы килеп еткәнсе йән биргән», —ьтип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.