Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.94
+0.3
89.15
+0.22
90.89
+0.93
-14 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
22 Декабрь 2021, 11:03

Республикала полиция хеҙмәткәренең мәйете табылған

Фото:Ксения Калинина

21 декабрҙә кисен Ауырғазы районында Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының урындағы бүлексәһендә эшләгән йәш хеҙмәткәрҙең кәүҙәһе табылған. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына республика Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

«Әлеге ваҡытта ваҡиға сәбәптәре асыҡлана», — тип белдерҙеләр ведомствола.

Полицейскийҙың үлеменә нимә сәбәпсе булған — әлегә билдәһеҙ.