13:37 (UTC+5), 21 Декабря 2021

Ишембай районында «Алға» махсус иҡтисади зонаһы майҙансығында эш кейеме тегеү фабрикаһы асылды

Азат Ғиззәтуллин
1 из 5

Бөгөн Ишембай районында «Алға» махсус иҡтисади зонаһы майҙансығында тәүге производство эшләй башланы. Бында заманса тегеү фабрикаһы асылды. Проектҡа инвестицияларҙың дөйөм күләме — 680,2 миллион һум. «Аркада» компанияһы фабрикаһында эш кейемдәренең киң ассортиментын сығарыу планлаштырыла. Фабриканы асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

«Бөгөн мин үҙенә бер төрлө хис-тойғо кисерәм: беренсенән, мин тыуған яғымда, икенсенән, Ишембай районы өсөн генә түгел, бөтә республика өсөн яҡшы эш башҡарҙыҡ. Ике йыл элек Башҡортостанда бизнесты үҫтереү һәм предприятиелар асыу өсөн махсус иҡтисади зона булдырыу идеяһы менән яна инек. Беҙ ныҡышмалы рәүештә алға барҙыҡ. Хөкүмәт ҡарары менән йыл ярым элек беҙҙә махсус иҡтисади зона булдырылды. Уҙған аҙнала беҙҙең махсус иҡтисади зона иң әүҙем үҫешеүсе тип танылды, йыл ярымда 10 резидент барлыҡҡа килде, бер юлы ике предприятие эшләй башланы. Тарихта бер ҡасан да бындай хәлдең булғаны юҡ ине. Шуға күрә бөгөн барығыҙҙы ла ошо әһәмиәтле ваҡиға менән ихлас ҡотлайым. «Аркада» сәнәғәт берекмәһенең директорҙар советы рәйесе Михаил Абрамович Цукерманға изге башланғыстарыбыҙҙы хуплағаны өсөн ҙур рәхмәт», — тине Радий Хәбиров.

«Аркада» йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Михаил Цукерман Башҡортостан етәкселегенә һәм республика Башлығына үҙҙәренең проектына ярҙам күрһәткән һәм предприятие асыу өсөн бөтә шарттар булдырған өсөн рәхмәт әйтте. Рәсәйҙә 800 эш урыны булдырылған тегеү производстволары асылғаны булманы, тип билдәләне ул. Уның һүҙҙәренсә, предприятие хеҙмәткәрҙәренә лайыҡлы эш хаҡы түләнер, улар өсөн ятаҡ төҙөлгән, эшләү өсөн яҡшы шарттар булдырылған.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика