Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.94
+0.3
89.15
+0.22
90.89
+0.93
-15 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
14 Декабрь 2021, 10:20

Иглин районында ике фура бәрелешкән: ҡорбандар бар

Бөгөн Иглин районында таңғы сәғәт биштәр тирәһендә Һамар-Өфө-Силәбе автомобиль юлының 1497-се саҡрымында үлемесле юл фажиғәһе теркәлгән

Фото:Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, ҡаршыға килгән ике йөк машинаһы бәрелешкән, һуңынан улар янып киткән.

Фажиғәлә ике кеше: бер йөк машинаһының водителе, икенсе фураның пассажиры һәләк булған.

«Әлеге ваҡытта автомобиль юлы тулыһынса ябылған. Иглин ауылы аша урау юл ойошторолған. Ваҡиға урынында полиция һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй. Тулыраҡ мәғлүмәттәр асыҡлана», — тип хәбәр иттеләр республика Дәүләт автоинспекцияһынан.

Билдәле булыуынса, Mercedes-Benz 14 тонн мандарин тейәп, ә икенсе фура буш китеп барған.

Фото:Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте