13:50 (UTC+5), 07 Декабря 2021

Абҙаҡ тау саңғыһы курортында бер малай күтәргестән ҡолап төшкән

Белорет районы Абҙаҡ ауылында урынлашҡан тау саңғыһы комплексында 8 йәшлек малай күтәргестән ҡолап төшкән. 7 декабрҙә 112 системаһының саҡырыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә ошо хаҡта хәбәр иткәндәр.

«Комплекс хеҙмәткәрҙәре һәм был хәлдең шаһиттары малайҙы тауҙан төшөргән һәм табиптар ҡулына тапшырған», — тип белдерҙеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында.

Баланың хәле тураһында хәбәр ителмәй.

Ведомствола экстремаль ҡышҡы спорт төрҙәре менән шөғөлләнгәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙөләр. Шлем кейергә, профессиональ спортсыларҙың трюктарын ҡабатламаҫҡа, мобиль бәйләнеш булған урында йөрөргә, телефонды эске кеҫәгә һалырға, арыған саҡта йәки ауыртынған осраҡта спорт менән шөғөлләнмәҫкә, сноубординг һәм тау саңғыһы спорты менән шөғөлләнеү өсөн махсус йыһазландырылған урындарҙа ғына шыуырға кәрәк.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика