
Өфөнөң 127-се мәктәбендә боросло баллончиктан һиптергәндәр. Яҡынса мәғлүмәт буйынса, 14 һәм 10 йәшлек ҡыҙҙар дауаханаға оҙатылған. Ошо хаҡта Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Әлеге хәл бөгөн, 3 декабрҙә, өсөнсө ҡатта, бәҙрәф янында булған.
«Урынға медицина хеҙмәткәрҙәре, Өфө ҡалаһының Граждандарҙы яҡлау идаралығы вәкилдәре, полиция килгән. Хоҡуҡ һаҡлаусылар ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай. Белем биреү дауам итә, балалар икенсе ҡаттағы кластарға күсерелгән», — тип белдерҙеләр матбуғат хеҙмәтендә.
Мәктәп хеҙмәткәрҙәре бүлмәләрҙе елләткән.
UPD. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ағыуланған 14 йәшлек ҡыҙҙы 17-се дауаханаға һалғандар. Уның хәле уртаса ауырлыҡта. Ун йәшлек ҡыҙ ата-әсәһе менән дауаханаға ятыуҙан баш тартҡан.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.