12:30 (UTC+5), 30 Ноябрь 2021

Республикала сәйер шарттарҙа 30 йәшлек Владимир Шульга юғалған

Саҡмағош районы Саҡмағош ауылында 30 йәшлек Владимир Шульга юғалған. Ир 20 ноябрҙән бәйләнешкә сыҡмай. Әлегә тиклем уның ҡайҙа йөрөүе билдәһеҙ. Туғандары полицияға ғариза яҙған.

Фото: социаль селтәрҙәр
Альмира Давлетбаева

Владимирҙың апаһы Юлия әйтеүенсә, һуңғы тапҡыр уны эштә күргәндәр.

«Ял көнөндә кемгәлер ҡунаҡҡа барырға тейеш ине. Үҙе менән паспортын алмаған, документы өйҙә ҡалған. Социаль селтәргә ул һуңғы тапҡыр 21 ноябрҙә ингән, быға тиклем унда йыш ултыра торғайны. Өйләнмәгән, балаһы юҡ. Дуҫтарына шылтыраттыҡ, полицияға мөрәжәғәт иттек - бер кем бер нәмә белмәй,  – ти туғаны. – Элегерәк ставкаға ҡуя ине, бәлки, яңынан уйнай башлағандыр. Улайһа, ни өсөн бәйләнешкә сыҡмай, берәйһенән шылтыратырға йәки хәбәр яҙып ебәрергә мөмкин бит. Ул һау-сәләмәт, эсмәй. Өфөлә лә йәшәне, бәлки, хәҙер шундалыр, йә берәй нәмә булып, ҡайта алмайҙыр».

Туғандары уның хаҡында мәғлүмәтте 8-927-33-03-188, 8-927-33-03-167 телефондарына йәки полицияға хәбәр итеүҙәрен һорай.

 

 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика