Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.98
+0.08
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
26 Ноябрь 2021, 13:44

Яҡташыбыҙ ҡорбанының күҙен ҡырҡып алған һәм үлергә ҡалдырған

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Кубандәге Петровская станцияһында вәхшиҙәрсә енәйәт ҡылынған. Бер ир таныш булмаған пенсионер ҡатындың өйөнә килеп ингән дә уны туҡмаған, бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнскән һәм күҙ алмаларын ҡырҡып алған.

РЕН ТВ телеканалы хәбәр итеүенсә, енәйәтсе бының менән генә туҡтап ҡалмаған. Ҡорбанының ауыҙына быяла ярсыҡтары тултырған һәм үлергә ҡалдырған. Үлтереүҙә шик аҫтына алынған кешене полиция хеҙмәткәрҙәре шул көндө үк тотҡан. Ул Башҡортостда тыуып үҫкән.

Һорау алыуҙа енәйәтсе яңылыш икенсе адрес буйынса килгәнен әйткән, ул бөтөнләй икенсе кешене үлтерергә теләгән. Шулай уҡ ул көслө наркотиктар ҡулланған булған.

Читайте нас: