Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.01
-0.12
98.72
+0.01
89.29
+0.18
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
24 Ноябрь 2021, 13:35

Учалы районында йорт янып бөткән: 70 йәшлек ир йән биргән

23 ноябрҙә Учалы районы Илтабан ауылындағы бер өйҙә янғын сығыуы тураһында хәбәр килгән.

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты
Фото:Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты

Ваҡиға урынына Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Янғынға ҡаршы хеҙмәте инструкторы юлланған.

Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, янғында 1951 йылғы ир һәләк булған.

Янғындың сәбәбе асыҡлана.

Йыл башынан республикала 10 меңдән ашыу янғын сыҡҡан, 236 кешенең ғүмере өҙөлгән.

Читайте нас: