Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.29
+0.18
29+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
23 Ноябрь 2021, 10:07

Республикала ике фураның бәрелешеүе һөҙөмтәһендә Силәбе өлкәһе водителе һәләк булған

Бүздәк районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Авария М5 «Урал» автомобиль юлының 1356-сы саҡрымында булған.

Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ хәбәр итеүенсә, ике йөк фураһы, Новосибирск өлкәһенән 44 йәшлек ир идара иткән «Volvo» менән ҡаршыға килгән «МАН» бәрелешкән. Силәбе өлкәһенән 58 йәшлек водитель ваҡиға урынында йән биргән.

Тикшереү башланған.

Автор:Альмира Давлетбаева
Читайте нас: