Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.32
+0.25
100.28
+0.34
87.26
-0.03
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
18 Ноябрь 2021, 12:17

Башҡортостанда юл фажиғәһендә «Лада Ларгус» водителе һәләк булған, ике кеше йәрәхәттәр алған

Башҡортостан Республикаһы буййынса ЮХХДИ
Фото:Башҡортостан Республикаһы буййынса ЮХХДИ

17 ноябрҙә кис көнө Салауат районында Малаяҙ — Үрге Ҡыйғы — Өнкөрҙө автомобиль юлының 15-се саҡрымында, Нәсибаш ауылы янында, юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Республика Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Ford Mondeo ҡаршыға килгән «Лада Ларгус» автомобиле менән бәрелешкән.

«Ларгус»тың 50 йәшлек водителе алған йәрәхәттәрҙән ашығыс ярҙам машинаһында йән биргән. Ford Mondeo автомобиленең 23 йәшлек водителенә һәм уның 24 йәшлек пассажирына ла медицина ярҙамы талап ителгән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү башлаған.

Читайте нас: