11:12 (UTC+5), 17 Ноября 2021

Ҡазанда 13 студент метанол менән ағыуланған

Фото: социаль селтәрҙәр

1,5 мең һумға ирис тәме килгән йәшел төҫтәге биш литр араҡы. Ҡазанда Стәрлетамаҡта тыуып үҫкән студенттар һәм уларҙың дуҫтары тап шундай «алкоголь» һатып алған. Бер нисә сәғәттән 13 кеше, шул иҫәптән яҡташтарыбыҙ «алкоголь менән ағыуланыу» диагнозы менән дауаханаға оҙатылған. Барыһының да ҡанында метанол табылған.

20 йәшлек Анастасия П. комала. Татарстан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш токсикологы Әлиә Нәсибуллина хәбәр итеүенсә, уны шишәмбе таңғы 6 тула 20 минутта дауаханаға килтергәндәр. Әлеге осраҡта табиптар бер ниндәй ҙә фараз бирергә ҡыймай.

«Мэш» ТГ-каналы мәғлүмәттәре буйынса, студенттар быға тиклем дә бутлегер Ринат Ханнановтан иҫерткес эсемлектәр һатып алған. Александр П.-ның тыуған көнөн билдәләр алдынан улар һатыусы менән «Йәшлек» метроһы янында осрашҡан, Ҡазан янындағы Салмачы биҫтәһендә коттеджды ҡуртымға алған. Магазинда джин һатып алып, кәйеф-сафа ҡормаҡсы булған. Табынға 1999-2003 йылғы 19 кеше йыйылған.

Дуҫтары әйтеүенсә, төндә Настяның хәле насарайған. Уның күңеле болғанған, ҡулы ауыртҡан, һөйләшә алмаған. Ҡыҙҙың бер бөйөрө булмауы сәбәпле, организм шундай реакция менән яуап биргән, тип уйлай уның таныштары.

Татарстандың Тәфтиш комитеты әлеге осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика