14:41 (UTC+5), 16 Ноября 2021

Ҡазанда атыш ойошторған егеттең аҡылы теүәл тип танылды

19 йәшлек Илназ Ғәләүиев тиҙҙән суд алдына баҫа. Уға ғүмерлеккә иректән мәхрүм ителеү ҡурҡынысы янай.

Фото: социаль селтәрҙәр
Альмира Давлетбаева

«Ъ» гәзитенең адвокат Владимир Богдандың һүҙҙәренә һылтанып хәбәр итеүенсә, Санкт-Петербургта үткәрелгән икенсе психолог-психиатр экспертизаһы ғәйепләнеүсенең аҡылы теүәл һәм уны енәйәт яуаплылығына тарттырылырға мөмкин икәнен күрһәтте.

Уның эшен суд декабрҙә ҡарар, моғайын. Хәҙер Илназ Ғәләүиевты Санкт-Петербургтан Ҡазанға ҡайтаралар.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, бынан алда В.П. Сербский исемендәге Социаль һәм суд психиатрияһы ғилми үҙәге уны аҡылдан яҙған тип таныны.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мылтыҡ менән ҡоралланған Илназ Ғәләүиев Ҡазан мәктәптәренең береһендә атыш ойошторғайны. Туғыҙ кешенең ғүмере өҙөлдө. Яраланған 21 кеше: 7-15 йәшлек уҡыусылар, шулай уҡ уҡытыусылар дауаханала ятып сыҡты.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика