Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.33
-0.29
92.73
-0.71
62.51
+0.52
8+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
12 Ноябрь 2021, 17:32

Башҡортостанда 52 йәшлек ир «Лада Калина» машинаһына тапалып үлгән

Ауырғазы районында Талбазы – Красноусол автомобиль юлының өсөнсө саҡрымында үлемесле юл фажиғәһе булған.

Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ
Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ

Республика Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, «Лада Калина» рулендәге 33 йәшлек ир Красноусол -Талбазы юлында 52 йәшлек ирҙе тапатҡан.

Төрлө йәрәхәттәр алған йәйәүле ашығыс ярҙам килеп еткәнсе йән биргән. Ирҙең кейемендә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар булмаған. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тикшереү башлаған.

Читайте нас