16:50 (UTC+5), 11 Ноября 2021

Республикала үлемесле юл фажиғәһе тураһында ентеклерәк мәғлүмәт: водитель әле комала, уның 18 йәшлек ҡыҙы һәләк булған

Кисә Туймазы районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, 45 йәшлек ханым идара иткән Hyundai Solaris менән Volvo йөк машинаһы бәрелешкән.

Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ

«Туймазы хәбәрҙәре» хәбәр итеүенсә, әсә менән ҡыҙ юл фажиғәһенә осраған. Ҡатын әле комала, ҡыҙын иртәгә ерләйҙәр. Әсә ҡыҙын яңғыҙы тәрбиәләгән. Фажиғәгә тиклем ныҡ сирләгән өләсәһе, ейәнсәренең үлеме хәбәрен ишеткәс, түшәккә ятҡан. Ҡыҙҙың атаһы ла ошо ауылда йәшәй. Ул ерләү эштәрен ойоштороуҙы үҙ өҫтөнә алған.

Ауылдаштары әсә менән ҡыҙ тураһында яҡшы һүҙҙәр генә һөйләй. Ханым урындағы Мәҙәниәт йортонда эшләгән, райондың йәмәғәт һәм мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡан. Ҡыҙ музыка мәктәбен тамамлаған, сәхнәлә сығыш яһарға яратҡан. Туғыҙынсы класты уңышлы тамамлағас, Октябрьский нефть колледжына уҡырға ингән. Икенсе курста уҡыған.

Хәҙер хоҡуҡ һаҡлаусылар үлемесле аварияның сәбәптәрен асыҡлай.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика