13:21 (UTC+5), 14 Октября 2021

Ишембайҙа 19 йәшлек егет 94 йәшлек әбейҙе туҡмаған

IMPORT Сервисный
Зыян күреүсенең күршеһе «Башинформ» агентлығына аңлатыуынса, был хәл 10 октябргә ҡараған төндә Губкан урамындағы күп фатирлы йортта булған.
«Полиция хеҙмәткәре килде һәм күршегеҙҙе талау маҡсатында һары сәсле йәш егет туҡмаған тип хәбәр итте. – тип аңлатты ҡатын. – Аңлауымса, уны аҙаҡ ҡулға алғандар». Mash Batash телеграм каналы хәбәр итеүенсә, Мария Дмитриевнаны “һинең арҡаңда фатирымды һыу баҫты” тип аҫҡы ҡаттағы күршеһе Надежда Васильевнаның ейәне туҡмаған.
«Уның арҡаһында баҫҡан һыуҙан миндә электр сымының ҡыҫҡа тоташыуы булды, һыуытҡыс янып китте, — тип һөйләне Надежда Васильевна. – Ейәнем шунда уҡ сыҡты. Быға тиклем мин уны иҫерек күргәнем булманы, быныһында ул шулай ине». Һөҙөмтәлә хеҙмәт ветераны Мария Дмитриевна баш мейеһенә ҡан һауып, тәнендәге гематомалар менән дауаханаға эләккән.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы был ваҡиға буйынса рәсми аңлатма һорап республиканың Эске эштәр министрлығына мөрәжәғәт итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика