09:57 (UTC+5), 06 Октябрь 2021

Төркиәлә иҫерек водитель яҡташыбыҙҙы бәрҙергән

социаль селтәрҙәр
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Элекке уҡытыусы Анна Ивановна өс аҙна инде Төркиә дауаханаһында ята. Ул ҡыҙы Ольга менән Бодрумға ял итергә килгән, ә отпускының икенсе көнөндә ауыр йәрәхәттәр менән реанимацияға оҙатылған.
«Уны автомобиль бәрҙергән, рулдә иҫерек водитель ултырған. Анна Ивановнаның хәле ныҡ ауыр ине, ике операция үткәрҙе, уң яғы, башы, эске органдары, айырыуса бауыры һәм тубығы зыян күргән. Әлеге ваҡытта атлай алмай. Оҙайлы реабилитация талап ителә», - ти уның яҡындары.
Хәҙер ғаиләгә Анна Ивановнаны дауалау хаҡы 70 мең долларға төшә. Тағы ике ай Төркиәлә түшәк режимын һаҡларға тура килер, ти табиптар. Ҡыҙы Ольга әсәһе янында, уның палатаһында йәшәй.
Ольганың дуҫтары һәм ғаиләнең яҡындары миһырбанлы кешеләрҙән ҡулдан килгәнсә матди ярҙам күрһәтеүҙәрен һорай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика