08:16 (UTC+5), 04 Октября 2021

«Комала»: өс ҡыҙҙы үлтереүҙә шик аҫтына алынған ир полицейскийҙарҙың һорауҙарына яуап бирмәй

социаль селтәрҙәр
IMPORT Сервисный
Башҡортостандан Гай ҡалаһына уҡырға килгән өс студент ҡыҙҙы үлтереүҙә шик аҫтына алынған Александр Лазарев Ырымбур өлкәһе хоҡуҡ һаҡлаусыларының һорауҙарына яуап бирмәй. SHOT телеграм-каналы мәғлүмәттәре буйынса, был уның һаулыҡ торошона бәйле.
Тотҡандан алып ирҙең тышҡы ҡуҙғытҡыстарға яуабы юҡ.
Табиптар мәғлүмәте буйынса, уның билдәһеҙ этиологиялы комала булыуы ихтимал. Физик яҡтан тулыһынса һау-сәләмәт. Ирҙең махсус рәүештә ҡыланыуы мөмкин, тип иҫәпләй полицейскийҙар.
Алдан хәбәр ителгәнсә, Александр Лазарев ике ай элек иреккә сыҡҡан, ул клуб директорын үлтергән өсөн 9,5 йыл төрмәлә ултырған. Быға тиклем уғрылыҡ өсөн хөкөм ителгән булған. 30 сентябргә ҡарай төндә Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһында медицина коллдежында белем алған 19, 18 һәм 17 йәшлек студенттарҙың ғүмере ҡыйылған. Башҡортостандың Урал аръяғынан уҡырға килгән ҡыҙҙар ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәгән. Енәйәт ҡылыусыны ҡалала табылған ҡанлы кейемдәргә экспертиза үткәргәс билдәләгәндәр. Уны тоторға Орск ҡалаһынан ике ир һәм уларҙың береһенең атаһы ярҙам иткән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика