06:47 (UTC+5), 01 Октября 2021

Тәфтишселәр Гай ҡалаһында Башҡортостандан өс студент ҡыҙҙы үлтереү ҡоралын тапҡан

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Рәсәй Федерацияһының Ырымбур өлкәһе буйынса тәфтиш комитеты идаралығы тәфтишселәре медицина колледжында уҡып йөрөгән өс ҡыҙ үлтерелгән урында енәйәт ҡоралын тапҡан. Бынан алда ҡыҙҙарҙы балта менән сабып үлтереүҙәре тураһында хәбәр ителгәйне. Криминалистар был мәғлүмәтте кире ҡаҡты. Енәйәт ҡылынған урында бысаҡ табылған.
Тәүҙә Гай ҡалаһының хоҡуҡ һаҡлаусылары 18 йәшлек Әнүәр Сыңғыҙовты шик аҫтына алған. Ләкин егет тәфтишселәрҙән ҡасмаған һәм енәйәт ваҡытында Өфөлә булғанын раҫлаған.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы 30 сентябргә ҡарай төндә Гай медицина колледжының 17, 18 һәм 19 йәшлек студенттарының ҡуртымға алынған фатирҙа үле килеш табылыуы тураһында хәбәр иткәйне. Өсөнсө ҡыҙҙың мәйете ихатала ятҡан.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса һәләк булған ҡыҙҙарҙың туғандары һәм яҡындары менән психологтар эшләй, муниципалитет башлыҡтары уларҙың кәүҙәләрен тыуған яғына алып ҡайтыуҙа һәм ерләүҙә ярҙам күрһәтә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика