05:54 (UTC+5), 30 Сентября 2021

Башҡортостанда өс студент ҡыҙҙың мәйете табылған

gts.tv
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
30 сентябргә ҡарай төндә Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһында Башҡортостандан өс ҡыҙҙың мәйете табылған. Яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, урындағы медицина колледжының 18 һәм 20 йәшлек студенттары сәнселгән яраларҙан йән биргән.
«Башинформ» агентлығы сығанағы мәғлүмәттәре буйынса, ике ҡыҙҙың кәүҙәһе – яндырылған ҡуртым фатирында, өсөнсөһөнөң күп фатирлы йорт ихатаһында табылған. Икәүһе – Баймаҡ, берәүһе – Күгәрсен районынан.
Был осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Енәйәтте асыу менән урындағы хоҡуҡ һаҡлау органдары шөғөлләнә, уларға Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ярҙам күрһәтә. Билдәле булыуынса, ҡыҙҙарҙы балта менән сабып үлтергәндәр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика