Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
22 Сентябрь 2021, 12:34

Республикала йөк машинаһы менән юл фажиғәһендә «Лада Гранта» водителе һәм пассажиры һәләк булған

Башҡортостан Республикаһы буйынса Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Республикаһы буйынса Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте
22 сентябрь төнөндә Учалы районында Белорет — Учалы — Мейәс автомобиль юлының 137-се саҡрымында «Лада Гранта» ҡаршыға килгән Volvo Trucks йөк машинаһы менән бәрелешкән. Йөк машинаһына 49 йәшлек Силәбе кешеһе идара иткән.
Юл фажиғәһендә еңел автомобилдең 24 йәшлек водителе һәм 30 йәшлек пассажиры алған йәрәхәттәрҙән йән биргән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: