08:29 (UTC+5), 31 Август 2021

Республикала туғыҙынсы класс уҡыусыһы мопедҡа ултырған һәм юл фажиғәһенә тарыған

Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда туғыҙынсы класс уҡыусыһы мопедҡа ултырған һәм юл фажиғәһенә тарыған. Уны ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатҡандар.
Авария кисә Баймаҡ ҡалаһында теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәт буйынса, Салауат Юлаев урамында 22 йәшлек Әбйәлил районы егете идара иткән ВАЗ-2109 машинаһы ҡаршыға килгән Wels Planeta мопеды менән бәрелешкән, мопедта 16 йәшлек егет ултырған.
«Фажиғәлә ауыр йәрәхәтләнгән туғыҙынсы класс уҡыусыһы дауаханаға оҙатылған. Билдәле булыуынса, ВАЗ-2109 автомобиле водителенең таныҡлығы булмаған. Ул йыл дауамында ете тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Уға ҡарата бөтәһе 20-нән ашыу административ материал төҙөлгән. Уҡыусының да транспортҡа идара итергә хоҡуғы, шлемы булмаған. Мопедта ике ай элек кенә йөрөй башлаған. Тикшереү ойошторолған», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекциһынан.
Уҙған тәүлектә республика юлдарында ун автомобиль фажиғәһе теркәлгән, ун ике кеше йәрәхәтләнгән. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 2000-дән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған, 30 иҫерек водителде тотҡан.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика