Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
82.02
-0.57
93.25
-0.08
67.96
+2.11
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
20 Август 2021, 16:02

Республикала йөк «Газел»е менән бәрелешкәндән һуң 19 йәшлек водителдең ғүмере өҙөлгән

Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ
Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ
Бөгөн, 20 августа, йөк «Газел»е менән бәрелешкәндән һуң ВАЗ-2108 автомобиле водителенең ғүмере өҙөлгән. Башҡортостан Республикаһы буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, авария бөгөн иртәнге сәғәт 11 тирәһендә Әбйәлил районында Асҡар — Аэропорт юлының 12-се саҡрымында булған.
«Фажиғәлә еңел автомобилдең 19 йәшлек водителе ашығыс медицина ярҙамы килеп еткәнсе йән биргән. Уның 26 йәшлек пассажиры дауаханаға оҙатылған. Юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәре асыҡлана», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: