08:05 (UTC+5), 18 Августа 2021

Башҡортостанда үгеҙ көтөүсене һөҙгән һәм бер нисә ҡабырғаһын һындырған

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
Ауырғазы районының «Дуҫлыҡ» ауыл хужалығы етештереү кооперативының 58 йәшлек көтөүсеһе эш урынында бәхетһеҙ осраҡҡа тарыған.
Июнь аҙағында малсылар көтөү көтөп йөрөгән. Республика Дәүләт хеҙмәт инспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, ғәҙәттә көтөүселәр ат менән көткән, ләкин тау битләүе текә булғас, был юлы мопедҡа ултырған.
«Улар малдарҙы һыулауға йәйәү төшөргән. Кире менгәндә көтөүлеккә теләр-теләмәҫ кенә китеп барған малдарҙы сыбыртҡыларға тура килгән — ниндәйҙәр мәлдә нәҫел үгеҙе ҡапыл боролған да малсыға ташланған. Ир уны сыбыртҡыһы менән ҡурҡыта алмаған, сөнки уның махсус таяғы булмаған», — тип белдерҙеләр ведомствола.
Үгеҙҙе көтөүсенең иптәше ҡурҡытҡан. Бер нисә ҡабырғаһы һынған ир Стәрлетамаҡ дауаханаһына оҙатылған.
Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы белгестәре көтөү көткәндә хеҙмәт дисциплинаһы һәм эш процесын ойоштороу тәртибе боҙолған тигән һығымтаға килгән. Эш биреүсегә штраф һалынған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика