Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.69
-0.19
91.21
-0.68
60.64
-1.62
-9 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
7 Июль 2021, 21:42

Баш ҡалала микроавтобус юлға билдә һыҙып йөрөгән КамАЗ-ға бәрелде

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты
Өфөнөң Башҡортостан сәскәләре биҫтәһендә М5 трассаһының 1464-се саҡрымында 35 йәшлек водитель юл фажиғәһендә һәләк булған, тип хәбәр итте Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты. Renault Master микроавтобусы рулендәге ир алда юл билдәһе һыҙып китеп барған КамАЗ-ға барып бәрелгән. Микроавтобуста пассажирҙар булмаған. Ҡотҡарыусылар Renault водителен сығарып, табиптарға тапшырған, дуаханаға илткәндә ир йән биргән. Оперативниктар алдында ваҡиға сәбәптәрен асыҡлау бурысы тора.
Автор: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас