Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.13
+0.62
90.66
+1.35
66.37
+1.03
18+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
23 Июнь 2021, 12:18

Республикала «ВАЗ-2114» һәм ҡаршыға килгән «КамАЗ» вахта автобусы бәрелеште, ҡорбандар бар

Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте
Краснокама районында 23 июндә үлемесле юл фажиғәһе теркәлгән. Башҡортостан Республикаһы буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәтәтре буйынса, «ВАЗ-2114» һәм ҡаршыға килгән «КамАЗ» вахта автобусы бәрелешкән.
Аварияла Нефтекаманан 34 йәшлек еңел автомобиль водителе вафат булған. Фажиғәлә «КамАЗ» пассажиры ла зыян күргән.
«Юл-транспорт ваҡиғаһы иртәнге сәғәт ун тирәһендәә Дүртөйлө-Нефтекама автомобиль юлының 52-се саҡырымында булған. Әле авария урынында полиция һәм башҡа экстрен хеҙмәттәр эшләй. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: