Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-4 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
31 Май 2021, 12:39

Башҡортостанда ферманы йәшен атҡан: малдар утта янып үлгән

Башҡортостанда 30 майҙа Саҡырыуҙарҙы эшкәртеү үҙәге-112 Ишембай районы Ишәй ауылы фермаһы биләмәһендә янғын сығыуы тураһында хәбәр алған. Ваҡиға урынына Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Янғынға ҡаршы хеҙмәтенең һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре юлланған.
«Майҙаны 700 квадрат метрлыҡ бина яна башлаған. Ләкин иң ҡурҡынысы – фермерҙың туғыҙ баш эре малы утта янып үлгән. Кешеләр араһында һәләк булғандар һәм зыян күргәндәр юҡ», — тип хәбәр иттеләр Дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.
Урындағы халыҡ һүҙҙәренсә, ферма ҡаралтыһын йәшен атҡан һәм шул янғын сығыуға сәбәпсе булған.
Башҡортостанда йыл башынан 5319 янғын теркәлгән, бөтәһе 128 кешенең ғүмере өҙөлгән.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:янғын
Читайте нас: