Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.5
+0.04
17+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
27 Май 2021, 10:04

Башҡортостанда һыуға батҡан үҫмерҙең кәүҙәһе табылды

Башҡортостанда водолаздар юғалған 15 йәшлек үҫмерҙе эҙләүҙе туҡтатты. Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 27 майҙа уның кәүҙәһен туғаны Йоматау станцияһы янында, Дим йылғаһында тапҡан. Үҫмерҙең мәйете полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшырылған.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы 23 майҙа үҫмерҙең Дим йылғаһына һыу инергә киткән еренән ҡайтмауы тураһында хәбәр иткәйне. Водолаздар Шишмә районы «Шишмә» баҡсасылыҡ ширҡәте янындағы йылғала уны эҙләй башланы. Йылға үҙәнендәге ҡыуаҡлыҡтар, сүп-сар, ботаҡтар, йығылған ағастар эштәрҙе ныҡ ҡатмарлаштырҙы.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: