Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
20 Май 2021, 15:34
Ауыр хәлдә: республикала янғын ваҡытында бер ир яныу продукттарынан ағыуланған
19 майҙа Күгәрсен районы Мораҡ ауылында сыҡҡан янғында бер ир һәләк була яҙған. Унда ағас йорт янып киткән.
Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, утты һүндергән ваҡытта ҡотҡарыусылар йорттан 47 йәшлек ирҙе алып сыҡҡан. Яныу продукттарынан ағыуланған ир дауаханаға оҙатылған. Табиптар уның хәлен ауыр тип баһалай.
Янғындың сәбәбе әлегә билдәһеҙ. Ир өй эсендә тәмәке тартҡан тигән фараз бар.
Йыл башынан Башҡортостанда янғында 120 кешенең ғүмере өҙөлгән, уларҙың 25% ашыуы тәмәке тартҡанда һаҡһыҙлыҡ арҡаһында вафат булған.
https://www.bashinform.ru/news/1595440-v-tyazhelom-sostoyanii-pri-pozhare-v-bashkirii-muzhchina-otravilsya-produktami-goreniya/
Теги:
пожар
мораҡ
ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты
Читайте нас: