09:31 (UTC+5), 17 Марта 2021

Өфөлә бер ир юл уртаһында үтеп барыусыға бысаҡ менән сәнскән

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Өфөлә 17 мартта иртән ике ир юл уртаһында һуғыша башлаған. Был хәлдең шаһиттары уларҙың бер-береһен туҡмауын видеоға төшөргән. Ниндәйҙер мәлдә берәүһе бысаҡ менән икенсеһенең күкрәгенә бер нисә тапҡыр сәнскән.
Үтеп барыусылар шунда уҡ ҡысҡырырға, ярҙамға саҡырырға тотонған, машиналар сигнал бирә башлаған. Был енәйәтсене ҡурҡытҡан. Ул тиҙ генә ваҡиға урынынан ҡасҡан.
Шаһиттар хәбәр итеүенсә, был хәл Пушкин урамындағы шәхси секторҙа булған. Ҡанға батҡан ир юлда ятып ҡалған.
«Башинформ» агентлығы комментарий алыу өсөн хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итте, ҡорбандың хәле тураһында бер ни ҙә билдәле түгел.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика