06:38 (UTC+5), 16 Март 2021

Өфөлә торбаларҙы ремонтлағанда ике кешенең баш һөйәге табылған

«Уфимский фейсбук» тelegram-каналы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Өфөлә Матбуғат йорто янында эшселәр көтөлмәгән «табыш»ҡа юлыҡҡан. «Уфимский фейсбук» тelegram-каналы хәбәр итеүенсә, торбаларҙы ремонтлау менән шөғөлләнгән ирҙәр ерҙә ике кешенең баш һөйәген тапҡан. Уларҙы ҡасан табыуҙары тураһында хәбәр ителмәй.
Билдәле булыуынса, элек был урында Ново-Иваново зыяраты урынлашҡан булған. mozaika.ufa-lib.ru сайты мәғлүмәттәре буйынса, ул уҙған быуат башында ҡала биләмәһенән ситтә барлыҡҡа килгән. Өфөләге билдәле ғаиләләрҙең бик күп вәкилдәре ошонда ерләнгән.
1960 йылдарҙа ҡәберлек ябылған, ә мәйеттәрҙең ҡайһы берҙәре икенсе ергә күмелгән. Элекке зыярат биләмәһендә хәҙер завод корпустары, күңел асыу комплексы, Йәштәр һарайы һәм Еңеүҙең 50 йыллығы скверы тора.
«Башинформ» агентлығы кешеләрҙең баш һөйәктәре табылыуға бәйле комментарий алыу өсөн хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика