12:09 (UTC+5), 15 Января 2021

Владимир Санкиндың билдәле адвокаты эште Рәсәйҙең Юғары судына алып барып еткерергә вәғәҙә бирҙе

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Билдәле адвокат Шота Горгадзе үҙенең яҡланыусыһы Владимир Санкинға хөкөм ҡарары сығарылғандан һуң, юристар командаһы был эште Рәсәйҙең Юғары судына алып барып еткерергә йыйыныуын раҫланы.
«Суд бының менән беҙгә нимә әйтергә теләй? «Баланы көсләргә маташыусыны күргәс, ҡыҫылмағыҙ, юлығыҙҙы дауам итегеҙ! Юғиһә 8 йылға төрмәгә ултырыуығыҙ ихтимал! » — тип яҙҙы Горгадзе Телеграмда. — Геройҙың, Владимир Санкиндың яҙмышын белгәс, ошондай хөкөм ҡарарынан һуң нимә эшләр инегеҙ? Янынан үтеп китер инегеҙме?».
Әйткәндәй, Владимир Санкин суд ҡарары иғлан ителгәс [8 йылға ҡаты режимлы колонияға оҙатылды– ред.], журналистың «Ошо ҡылығығыҙ өсөн үкенмәйһегеҙме?» тигән һорауына «Юҡ!» тип яуапланы.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Владимир Санкин 2020 йылдың 30 ғинуарында, үҙенең һүҙҙәренсә, балаларҙы педофилдан яҡлаған. Үҫмерҙәр педофилдан ярҙам һораған. Ул 54 йәшлек ир менән һуғышҡан. Тегеһе алған йәрәхәттәренән вафат булған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика