Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
87.8
-0.1
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
15 Ғинуар 2021, 14:30

Башҡортостанда янғын оло йәштәге ирҙең ғүмерен ҡыйҙы

Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
Әбйәлил районы Целинный ауылында сыҡҡан янғын оло йәштәге ирҙең ғүмерен өҙҙө. Ағас йорт 15 ғинуарға ҡарай төндә янып киткән. Тәүҙә фажиғә урынына ирекмәндәрҙең янғын бригадалары юлланған, һуңыраҡ республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы профессионалдары ярҙамға килгән.
Ут менән көрәшеүселәр янғынды һүндергәс, урында 83 йәшлек ҡарттың һәләк булыуы асыҡланған. Дознаватель һәм тәфтишселәр янғын сәбәбен асыҡлай.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: